Балтас районы Көнтүгеш һәм Иҫке Яңыбай ауылдарында юлдар төҙөлә

Эштәр «Башҡортостан Республикаһының транспорт системаһын үҫтереү» дәүләт программаһы һәм «Башҡортостан биләмәләрендә автомобиль юлдарын үҫтереү» кесе программаһы сиктәрендә алып барыла. Көнтүгеш ауылына асфальт юл 5 километр арауыҡта һалына, уның киңлеге ете метр.

Проекттың дөйөм хаҡы 129 миллион һумға етә. Ике ауылда ла юлдарҙың тирә яғын төҙөкләндереү, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу, Иҫке Яныбайҙа мәктәп автобусына ултыртыу өсөн урын эшләү ҡарала.

Иҫке Яныбай ауылында 2 киломтер оҙонлоҡта һалынған асфальт юл да урында йәшәүселәр өсөн мөһим объект. Яңы юл ауыл аша үтеп урындағы һыйыр малдары фермаһына барып тоташа. Күптән түгел объекттарҙа эштәр барышыны республиканың юл хужалығы идаралығы белгестәре тикшерҙе. Эштәрҙе декабрь аҙағына тамамлау ҡарала.

Гөлдәриә Йосопова