Өфө тимер юлы станцияһында вакцинация пункты эшләй башланы

Мобиль пункт Куйбышев тимер юлының вакцинаның тәүге компонентын эшләткән пассажирҙарын да ҡабул итәсәк. Әлегә ул иртәнге 8-ҙән көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем эшләй, һуңғараҡ тәүлек әйләнәһенә күсеү ҡарала. Вакциналау пункты шулай уҡ «Башсельхозтехника» предприятиеһында ла ойошторолған. Әле ойошма хеҙмәткәрҙәренең 79 проценты прививка яһатҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Марина Воробьева прививканың тәүге компонентын эшләтергә килгән. Ҡыҙ үҙен тыныс тота һәм вакцинаны эш урынында яһатыу уңайлы тигән фекерҙә. Рәсәй тимере юлы медпунктында вакциналар 12 июлдән яһала.

Вакцина эшләтеп үҙемде һәм яҡындарымды һаҡларға булдым. Эш урынында көн һайын әллә күпме кеше менән аралашырға тура килә, әлбиттә был хәүефле.

Бөгөнгә Рәсәй тимер юлдары станциялары хеҙмәткәрҙәренең 50 проценты вакцина эшләткән. Эш урынында пункт асылыу менән привика эшләтеү мәсьәләһе тағы ла ябайлаша. Медпункт иртәнге 8-ҙән көндөҙгө сәғәт икегә тиклем эшләй. Ошонда уҡ прививканың тәүге компонентын яһатҡан пассажирҙар ҙа вакцинацияны тамамлай ала.

Граждандар поездан төшөп ошонда уҡ прививка эшләтә һәм артабан үҙ эштәре буйынса юллана ала. Күптән түгел генә ике пассажир ошондай мөмкинлеккә бик шатланды.

Мобиль вакциналау пункты Башсельхозтехника предприятиеһында ла эшләй. Әле прививкаға коллектив хеҙмәткәрҙәренең 79 проценты – 129 кеше килгән. Вакцина эшләтергә теләүселәр көндән-көн арта.

Сир бик ҡурҡыныс, ғаиләбеҙҙә сирләүселәр ҙә булды. Әле балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә прививка эшләттек, былай тынысыраҡ һәм хәүефһеҙерәк тә.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала прививканың тәүге компонентын 833 295 кеше яһатҡан, 513 415 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов белдереүенсә, төбәккә барлығы 974 080 доза вакцина килтерелгән. Халыҡты вакциналау 184 пунктта ойошторолған.

Гөлдәриә Йосопова