Йылдың тәүге яртыһында хужалыҡтар 6 миллиард һум аҡсаға 2 меңгә яҡын трактор-комбайн, тағылмалы һәм күтәрелмәле агрегат һатып алған. Был былтырғы осор менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, техника яңыртыуға лизинг компаниялары тәҡдиме булышлыҡ итә. “Росагролизинг” программаһы буйынса 2,8 миллиард һумлыҡ 400-ҙән ашыу ғариза бирелгән, уның 300-гә яҡыны ыңғай ҡабул ителгән.