Өфөлә коронавирустан прививканы мобиль пункттарҙа яһатырға мөмкин

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында урынлашҡан мобиль пунктта бер аҙнала 2 меңгә яҡын кеше коронавирустан прививка яһатҡан. Вакциналау пункты – Волга буйы федераль округында иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Бында 10 медицина бригадаһы эшләй. Халыҡҡа волонтерҙар ярҙам күрһәтә. Мобиль пункт етәксеһе Руслан Солтанов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Торатау” Конгресс-холында урынлашҡан мобиль пунктта коронавирустан прививка яһатыусылар араһында республика шифаханаларына юллама уйнатыла. Вакциналау пункты август аҙағынаса эшләй.