Сәләмәт киләсәкте хәстәрләп...

Республика медицина-генетика үҙәге табиптары тыуасаҡ бәпестәрҙең нәҫел сирҙәрен асыҡлау өсөн хромосома нигеҙендә микроматрица анализдарын үткәрә. Буласаҡ әсәләр учреждениела иртә стадияла сабыйҙарҙың хәүефле сирҙәрен асыҡлап сифатлы медицина ярҙамы ала.

Быйыл үҙәктә башҡарылған 383 анализда 56 нәҫел сире табылған. Лаборатор мәғлүмәткә таянып әсә ҡарынындағы кескәйҙәрҙе дауалау ойошторолған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Лаборатор шарттарҙа тикшерелгән материалды табиптар күҙ ҡараһылай һаҡлап күп яҡлы анализ үткәрә. Республика медицина-генетика үҙәге белгестәре нәҫел ауырыуҙарын асыҡлау өсөн күҙәнәктәрҙе юғары сифатлы ҡоролмала тикшереп теүәл мәғлүмәт туплай. Хромосома нигеҙендә буласаҡ әсәләргә тыуасаҡ балала нәҫел сирҙәре булыу-булмауы хәбәр ителә.

Беҙҙең үҙәктә бөтә хромосомаларҙы тикшерергә мөмкин. Башҡа төбәктәрҙә был хеҙмәттәр коммерция ысулы менән генә башҡарыла. Ҡеүәтле техник ҡоролмалар һәм көслө белгестәр ентекле анализ эшләп күп кешеләргә сәләмәт бала табырға булышлыҡ итә.

Рита Хөсәйенова, Республика медицина-генетика үҙәге директоры урынбаҫары

Нәҫел сирҙәре мәғлүмәтен туплаған микроматрица тикшереүенә ауырлы ҡатындың ҡаны йәки башҡа биоматериалдары файҙалана. Хәүефле хромосома табылған осраҡта буласаҡ әсәләр менән психологтар ҡатнашлығында кәңәшмә ойошторола. Дауаланмаған нәҫел сире асыҡланыу тыуасаҡ баланың мөмкинлектәре сикле буласаҡ тигәнде аңлата. Ҡатын-ҡыҙ баланы табырғамы-юҡмы икәнен үҙаллы йәки ғаилә ағзалары менән бергә хәл итә.

Медицина-генетика үҙәгенә республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә. Учреждениела ауырлы килеш күп тапҡыр бала юғалтҡан пациенттар дауалана. Уларҙың хромосолары нигеҙенә таянып һау-сәләмәт бәпестәрҙе табыу өсөн процедуралар ойошторола.

Табиптар әйтеүенсә, сәләмәт балаларҙы табыу өсөн мөмкин тиклем иртәрәк ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Заманса үҙәктә иртә стадияла асыҡланған күп патологияларҙы дауалау мөмкин, тик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп яҡлы медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш.

Ауырға ҡалған гүзәл заттар 11-14-се аҙнала табиптарға мөрәжәғәт иткән осраҡта нәҫел күҙәнәктәре анализдары медицина-генетика үҙәгенә оҙатыла. Белгестәр ҡулында сәләмәт балалар һаны артасаҡ тигән ышаныс тыуа.

Флорида Ким