Радий Хәбиров бөгөн хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими координация кәңәшмәһен дә үткәрҙе

Унда милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа закон үтәлешен булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Быйыл милли проекттар буйынса 150 күрһәткескә өлгәшеү бурысы ҡуйылған. Бының өсөн бюджеттан 27 миллиард һум бүленгән. Ултырышта милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа етешһеҙлектәр тураһында әйтелде. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү бурысын йөкмәтте.