Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә ҙур саралар барышында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ҡушты

Августа  Республика баш ҡалаһында ике ҙур сара уҙғарыла. 11 августан 23-өнә тиклем көрәш буйынса донъя беренселегендә 65 илдән вәкилдәр ҡатнаша. 25 августа иһә "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалына 3 меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә. Был ярыштар үткән урындар ныҡлы контролгә алынырға һәм тәүлек әйләнәһе һаҡланырға тейеш, тине Радий Хәбиров.