Ойошма етәксеһе Екатерина Лахова белдереүенсә, бындай ҡарарҙың сәбәбе бөтөнләй аңлашылмай. Ғаиләлә төп документ - паспорт, унда никах һәм балалар тураһында мәғлүмәттәр мотлаҡ булырға тейеш, тине ул. Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, хәҙер паспортта никах һәм балалар тураһында мәғлүмәт граждандың теләге буйынса ғына теркәлә.