Өфөләге 140-сы башҡорт гимназияһында ремонт 1 сентябргә тамамланырға тейеш

Эш барышы Халыҡ фронты йәмәғәтселәре контроленә алынған. Был турала уҡыу йортонда булғанда “Сириус” федераль мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелёва белдерҙе. Ул Черниковка биҫтәһендә Пинский исемендәге инженер лицейында уҡыусылар менән дә осрашты. “Газпром межрегионгаз” һәм “Транснефть Урал” класы базаһында белем алыусылар төрлө проекттары менән таныштырҙы.