Ишембай ҡалаһының Ленин проспектында асфальт түшәйҙәр

Эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса башҡарыла. Төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 40 миллион һум бүленгән. Яңы технология- клинкер ҡулланылып һалынған асфальттың сифаты юғары, тип белдерәләр  юл ремонты хеҙмәте идаралығынан.