“Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды. Бында спорт өлкәһендә белем биреү мәсьәләләре буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Елена Шмелева “Ауыл тренеры” программаһын юғары баһалап, федераль кимәлдә лә таратырға тәҡдим итте.
Елена Шмелева фекеренсә, балаларҙы физкультура менән шөғөлләнеүгә бушлай йәлеп итеү һәм артабан төрлө йүнәлештәр буйынса үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим. Тренерҙар әҙерләү сифатын яҡшыртыу темаһы шулай уҡ иғтибар үҙәгендә булды. “Ауыл тренеры” программаһы 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла. Программа ауылда балалар менән эшләргә әҙер булған тренерҙарға 1 миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Килешеүгә ярашлы, белгес иң аҙында 5 йыл дауамында ауылда хеҙмәт итергә бурыслы. Был дәртләндереү сараһы райондарға кадрҙарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирә.