Гидрометеорология һәм мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәте
буйынса, Октябрь Проспектындағы 141-се йорт эргәһендә алынған өлгөлә этилбензол күрһәткесе норманан бер тапҡырға юғары булыуы асыҡланған. Быға тиклем иғлан ителгән анализ буйынса баш ҡала һауаһында фенол һәм көкөрт оксиды ҡатнашмалары рөхсәт ителгәндән күберәк булыуы билдәләнгәйне. Өфө халҡы насар еҫкә зарналаныуын дауам итә.