Әлеге минуттарҙа Токиола спорт уйындарын асыу тантанаһы башланып тора. Рәсәй йыйылма командаһы составында 335 спортсы сығыш яһай. Башҡортостандан ил данын 5 кеше яҡлай. Улар фехтование оҫталары Аделина Заһиҙуллина менән Тимур Сафин, слаломсы Алһыу Минәзева, байдарка һәм каноэ ишкәкселәре Александр Сергеев һәм Варвара Баранова.