Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән республикала 2030 йылға тиклем янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтен үҫтереү стратегияһы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, төбәк биләмәләрендә янғындан ҡотҡарыу көстәре техник яҡтан йыһазландырыла.
Өфө районы Шамонин ауылында 15 дана тағылмалы техника муниципалитеттарға тапшырылды.Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Тағылмалы техника һәр ауылда эшләп килгән ирекле янғын һүндереү командалары өсөн тәғәйенлән. Төпкөлдәргә профессиональ янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, тракторға тағылған был цистерна янғынды кеше йәшәгән ҡаралтыларға яҡынайтмай, тиҙ арала һүндереү мөмкинлеге бирә.
Быйыл ғына ирекле янғын һүндереү командалары ике тиҫтәнән ашыу янғынды үҙаллы һүндергән, ике йөҙҙән ашыу осраҡта профессиональ янғын һүндереүселәр менән берлектә эшләгән. Уңайлы һәм компактлы цистерналар ҡотҡарыусыларҙың эшен күпкә тиҙләтәсәк.
Был цистернаға 4 тонна һыу һыя. Ул тәгәрмәсле тракторға тағыла. Һыу тултырыу өсөн мотопомпа ла янғын һүндереү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Йыл башынан республикала 73 миллион һумлыҡ 38 дана техника алынған.Уларҙың 15-е тантаналы шарттарҙа муниципалитеттарға тапшырылды. Был техника граждандарҙың торлағын һәм ҡаралтыларын янғындан аралауҙа хәл иткес роль уйнаясаҡ.
Бөгөнгө сара сиктәрендә һөнәри өлкәлә айрыуса фиҙәҡәрлек күрһәткән янғын һүндереүселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды. Юғары наградалар янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы һөнәр эйәләрен артабан да тырыш хеҙмәткә илһамландырҙы.
Быйыл ғына Баймаҡ, Шишмә, Күгәрсен райондарында янғын һүндереү хеҙмәтенең дүрт бүлексәһе асылған. Тағы ла дүрт яңы пожар деполары асыу күҙаллана. Янғын һүндереүҙе профилактикалау маҡсатында инструкторҙар штаты ла арттырыла.
«Һәр йортҡа янғын һүндереүҙе иҫкәртеү ҡорамалы» проекты ла уңышлы тормошҡа ашырыла.
Янғынға ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта тороусыларға тапшырылған техника хеҙмәттәрен етеҙ һәм һөҙөмтәле башҡарырға, янғындарҙы туҡтатырға һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итер тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова