Осрашыу Республика онкология диспансерында ойошторолдо. Санкт-Петербург белгестәре бер юлы аҙ йәрәхәтле дүрт операция яһаны. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Әмәлиәтте бер юлы операция бүлмәһендә лә, онлайн аша ла тиҫтәләгән кеше күҙәтә. Оҫталыҡ дәресен Санкт-Петербург хирургы Игорь Берлев үткәрә. Аҙ йәрәхәтле хирургия ярҙамында ҡатындың яман шеше киҫеп алына. Гинекология өлкәһендә бындай операциялар эшләү техник яҡтан ауыр тип баһалана, ти белгес. Ләкин был ысул дауаланыу һөҙөмтәһен яҡшыртырға, өҙлөкмәҫкә, күп ҡан юғалтмаҫҡа ярҙам итә.
Пациентты бындай операциянан һуң өсөнсө көнөнә сығырырға ла була. Реабилитация өйҙә дауам итә. Республика онкология диспансерында «Онкологияла аҙ йәрәхәтле хирургия» оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Төбәктең төрлө медицина учреждениеларында яман шештән дауалаусы хирург, гинеколог һәм башҡа табиптар тәжрибәләрен арттырҙы. Санкт-Петербургтағы Николай Петров исемендәге онкология үҙәге белгестәре бер юлы дүрт ҡатмарлы операция яһаны.
Был пациент ашҡаҙан яман шешенән яфалана. Быға тиклем 4 тапҡыр химия терапияһы курсы үтә. Белгестәр һүҙҙәренсә, дауаланыу үҙ һөҙөмтәһен бирә – шеш бәләкәйләнә, хәҙер хирургия ҡатнашлығына ваҡыт еткән.
Хирург-онкологтар яман шеште дауалауҙа заманса ысулдар тураһында ла һөйләште. Тәжрибә уртаҡлашыу үлем осраҡтарын кәметер һәм медицина ярҙамының сифатын күтәрер тигән өмөттә табиптар. Көнөнә генә Республика онкология диспансерына 700-гә яҡын кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың 60 проценты тәүге тапҡыр.
Асыҡ дәрестәр өсөн яман шештең ҡатмарлы осраҡтары һайлап алына. Был хирургтарҙың оҫталыҡ кимәлен арттырырға ярҙам итә. Бындай сараларҙы йыл дауамында тағы ла үткәреү күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова