400 һум өсөн кеше ғүмерен ҡыйғандар

Your browser doesn't support HTML5 video.

Саҡмағош районында такси водителен үлтереп, кәүҙәһен канауға йәшереп китеүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек. Аяуһыҙ пассажирҙар енәйәтте алдан планлаштырған. Такси водителен таларға, ә машинаһын ҡыуып алып китергә ниәтләгәндәр.

Енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙең эҙенә полиция хеҙмәткәрҙәре Дүртөйлө районында төштө. Такси водителенең ғүмерен ҡыйған ир быға тиклем кеше үлтереүгә янау, урлашыу , ә уның иптәше урлашыу статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырылған булған.

Суд бөгөн ҡанһыҙ пассажирҙарҙың береһен 2 айға рәшәткә артына оҙатты. Такси водителен үлтереүҙә төп ғәйепләнеүсе әлегә реанимацияла, уға ҡарата суд ҡарары һуңғараҡ билдәле буласаҡ.

Рафиҡ Әхмәтшин