Өфөнөң Арт-квадрат майҙансығында алтынсы тапҡыр ғаилә фестивале үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Күләмле сараны «Многодеток» коммерциялы булмаған ойошма баш ҡаланың йәштәр эштәре буйынса комитеты менән берлектә уҙғарҙы. Аниматорҙар балалар өсөн төрлө уйын-конкурстар, ижади оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.

Шулай уҡ ата-әсәләр «Ғаилә» ресурс үҙәге белгестәренән, нейропсихолог, логопед, юристарҙан бушлай консультациялар алды. Баш ҡалала балаларҙы үҫтереү мөмкинлектәре, заманса үҙәктәр менән таныштырҙы. Мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙе тәрбиәләү, ғаилә-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу темалары ла күтәрелде.

Ғаилә фестивалендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф советы ағзаһы, «Сириус» мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева ла ҡатнашты. Ул республиканың коммерциялы булмаған ойошмалары тормошҡа ашырған алдынғы социаль проекттар, «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Федераль спикер билдәләүенсә, күп башланғыстар «Берҙәм Рәсәй» партияһының халыҡ программаһына индерелеп, балалыҡ, әсәлек, ғаиләләргә ярҙам кеүек киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итә. Был йүнәлештәге барлыҡ тәҡдимдәр ҙә сентябрҙә ҡаралып, иң яҡшылары закон яғынан яҡлау табасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина