47 йәшлек спортсы вертолетты платформанан күтәреүгә бер нисә ай дауамында әҙерләнгән. Әлегә донъяла был уникаль трюкка оҡшаш миҫалдар юҡ. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, рекордты күрһәтеү тамашасыһыҙ үткән.
Эльбрус үҙе әйтеүенсә, яңы рекорды менән ул Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһына теләктәшлек күрһәтергә теләгән. Бөгөн Токиола старт аласаҡ 2020 йылғы йәйге олимпиадала Башҡортостандан 5 спортсы ҡатнаша.
Гөлдәриә Йосопова