Радий Хәбиров “Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелеваға Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең күҙәтеү советы составына инергә тәҡдим итте. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәше, “Сириус” мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Өфөлә ике көн дауамында булды. Башҡортостан Башлығы менән осрашыуында йәш таланттарға ярҙам итеү, республикала юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн кампус булдырыу мәсьәләләре ҡаралды. Елена Шмелева Башҡортостанда һәләтле балалар менән эшләү тәжрибәһен юғары баһаланы һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең күҙәтеү советы составына инеүгә ризалығын бирҙе.