Радий Хәбиров һәм Елена Шмелева Республика менән идара итеү үҙәге эше менән танышты

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәшенә халыҡтан мөрәжәғәттәрҙе ҡабул иткән “Инцидент менеджмент” һәм “Кире бәйләнеш платформаһы” системаларын күрһәттеләр. Елена Шмелеваны шулай уҡ ҡалаларҙың яңы биҫтәләрендә мәктәптә күпме урын кәрәклеген анализлаған программа менән таныштырҙылар. Ул Стратегик уйлап табыуҙар һәм Республика менән идара итеү үҙәктәренең уртаҡ проекты. Елена Шмелева бындағы эшмәкәрлекте маҡтап телгә алды һәм үҙәктең дөрөҫ идара итеү ҡарарҙар ҡабул итеүҙә кәрәклеген билдәләне.