Ул Республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендәге рәсми делегацияның күрше төбәккә эш сәфәре барышында урындағы власть даирәләре һәм йәмәғәтселек вәкилдәренә тәҡдим ителде.
Сәфәре барышында Урал Килсенбаев Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Анатолий Векшин менән осрашты. Эшлекле әңгәмә барышында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү мөмкинлектәре ҡаралды. Күрше төбәктәрҙең элек-электән тығыҙ иҡтисади, тарихи һәм рухи-мәҙәни бәйләнештәре һаҡланып килә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Силәбе ерендә 160 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй.
Республика делегацияһы Силәбеләге милли йәмәғәтселек вәкилдәре менән берлектә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Урал Килсенбаев өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосоповты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Йәмәғәтселек вәкилдәре Силәбелә бер нисә йыл үткәрелеп килгән балалар һабантуйын федераль кимәлгә сығарыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ урындағы милләтәштәребеҙҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләрҙе күтәрҙе. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге яңы тулы хоҡуҡлы вәкиле уларҙы тулыһынса иғтибарға алыуын белдерҙе.
Рафиҡ Әхмәтшин