Башҡортостанда дауыл килтергән зыян күләме иҫәпләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

22 июлдәге тәбиғәт ғәрәсәте 11 райондағы 18 тораҡ пунктҡа зыян килтереп өлгөрҙө. Көслө ел электр сымдарын өҙҙө, торлаҡ йорттар, сауҙа ойошмалары, социаль учреждениеларҙың ҡыйыҡтарын аҡтарҙы.

Дауыл Иглин районына ла ҙур ғына зыян килтереп өлгөрҙө. Район үҙәгендә ағастарҙы ауҙарҙы, бер нисә йорттоң ҡыйығын осорҙо. Электр линияларында өҙөклөктәр күҙәтелде. Ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса тиҙ арала авария бригалары булдырылды. Улар тәү сиратта юлдарҙы йығылған ағас олондарынан таҙартты.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова төбәккә эш сәфәре барышында дауылдан зыян күреүселәр менән осрашты. Ғәрәсәт эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөү юлдары тураһында фекер алышты.