Радий Хәбиров күп фатирлы йорттарҙа мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырырға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе. Күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙың 40 проценты мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тейешенсә йыһазландырылмаған. Ремонт программалары буйынса йыл һайын ни бары 10 подъезд ҡына инвалидтар өсөн үҙгәртеп ҡорола. Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына мәсьәләне тиҙерәк хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ағзаһы, “Әсә йөрәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова әйтеүенсә, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә социаль объекттар, торлаҡ йорттары йәки йәмәғәт транспортында уңайлыҡтар булдырыу мәсьәләһе комплекслы хәл ителергә тейеш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

          Координация советы ултырышы буйынса профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйылды.