Биләмәне төҙөкләндереү 2019 йылда башланды. Ҡашҡаҙан күлен таҙартып тәрәнәйттеләр. Өфө ҡалаһы мэры Сергей Греков әйтеүенсә, ремонт графикка ярашлы бара. Сентябргә күл таҙа һыу менән тулыһынса тулып бөтә. Паркта спорт һәм күңел асыу объекттары була. Башҡортостан Башлығы эргәләге биләмәне лә тәртипкә килтереп, эшҡыуарҙарға бирергә тәҡдим итте.