Башҡортостанда тәүлегенә 25 мең самаһы кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата

Your browser doesn't support HTML5 video.

Вакцинаға ҡытлыҡ юҡ. Республикаға 1 миллион дозанан ашыу препарат килтерелгән. Табиптар алыҫ төпкөл ауылдарға ла сығырға әҙер. Халыҡтың мөрәжәғәте буйынса мобиль төркөмдәр булдырылған.

Башҡортостан башлығы пенсия йәшендәгеләрҙе әүҙемерәк вакциналауға саҡырҙы. Коронавирустан үлем статистикаһынан күренеүенсә, яман сирҙән үлем осраҡтарының 80 проценты тап оло йәштәгеләргә тура килә. Республикала әле 180-дән ашыу вакциналау пункты эшләй.

Медицина ойошмаларынан тыш прививканы сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрендә ойошторолған махсус урындарҙа эшләтергә була. Волга буйы федераль округындағы иң ҙур вакциналау үҙәге «Торатау» конгресс-халлында асылған. Унда көнөнә мең ярым кешегә прививка ҡаҙатырға мөмкин.