Себерҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Фирҙәүес Хәлимов Баймаҡ районының боронғо Татлыбай йәйләүендә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Уңышлы фермер бейә һөтөнән ҡымыҙ бешә, һатыуға сығара. Ҡоролоҡ шарттарында Урал аръяғында малсылыҡ менән шөғөлләнгән уңғандар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.
Мөршиҙә Ишбулатова һәм Миңлебай Харисов бейәләрҙе иртәнге ундан һауа башлай. Төшкө һауым көндөҙгө икелә, кискеһе – алтыла. Малҡайҙар ҙа был графикка күнеп бөткән. Бейә бәйләүселәр, ҡоролоҡ йылында артыҡ мул һөт алып булмай, көнөнә 70-80 литр самаһы һауыла, ти. Хеҙмәткәрҙәр аҡтың тамсыһын да әрәм итмәй тырышып эшләй.
40 -лаған бейә махсус коридор аша ике сәғәт ярымда үтә. Улар тибешән осраҡта кәртә һынмаһын өсөн металл конструкция ҡулланылған. Һауыу процессы швециянан ҡайтарылған аппаратта башҡарыла. Мөршиҙә Ишбулатоваға был эш бала сағынан таныш. Шуға ла хаҡлы ялға сыҡҡас, һауынсы һәм ҡымыҙ бешеүсе булып был йәйләүгә килгән.
Һәр һауымдан һуң ошо кәртәлә ҡолондар бейәләргә ҡушыла. Улар алдынан һыу һәм башҡа аҙыҡ өҙөлмәй. Ҡоролоҡтан үләне кибеп бөткән аҡландарҙа тибендә йөрөтөп кенә мул һөт алып булмай, ти табунсылар. Малсылар һауымдан килгән бейә һөтөнән сиафатлы ҡымыҙ етештереү серен дә беләләр. Был маҡсатта йүкәнән эшләнгән батманды ерек ағасы сөрөгө менән ыҫлайҙар. Ярты сәғәттән һуң батманда ҡымыҙ бешергә мөмкин.
Һауылған бейә һөтө марля аша һөҙөлөп һыуытылғандан һуң төбөндә ҡуры булған көбөгә ҡойола. Бешкәк ярҙамында ярты сәғәт һайын бешекләп торорға кәрәк. Иртәнгә бынамын тигән шифалы ҡымыҙ әҙер буласаҡ.
Урал арьяғында малсылыҡта йылҡысылыҡты үҫтереүҙә мал аҙығы әҙерләүҙә ауырлыҡтар булыуға ҡарамай, фермер шәхси эшҡыуар Фирҙәүес Хәлимов сигенергә теләмәй. Артабан да йылҡы малын ишәйтеү маҡсатында ауыл жужалығы өлкәһендә грант алырға ниәтләй.
Гүзәл Борханова