Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән граждандарға махсус танытма тапшырылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң ҡотопсолар музейында үткән сарала Башҡортостанда 1927 йылдан 1945 йылға тиклем тыуған шәхестәр бүләкләнде. «Һуғыш балалары» статусы эйә булғандарға медицина учреждениеларына сиратһыҙ юллама, бер тапҡыр бүленгән аҡсалата түләүҙәр һәм башҡа социаль ярҙам саралары күрһәтелә. Республикала «Һуғыш балалары» статусына хоҡуҡлы 189 мең кеше иҫәпләнә.

Һуғыш балалары статусын ғорурланып ҡабул иттем. Бүләкләү тантанаһы үҙе бер байрамға тиң. Музей буйынса экскурсия ойошторолдо. Иғтибарлы мөнәсәбәт онотолмаҫ иҫтәлек булып ҡаласаҡ.

Валерий Ёлхин, һуғыш балаһы статусын алыусы

Флорида Ким