Өфөлә йәшәүселәр «Холи буяуҙары» фестиваленә ҡушылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Солнечный» пляжында ойошторолған сарала малай ҡыҙҙар сағыу буяуҙар һибеп күңел асты. Фестиваль изге эштәр маҡсатында үткәрелде. Байрамда йыйылған аҡсалар сирләгән балаларҙы дауалауға йүнәлтелә. Буяуҙар фестивалендә конкурстар, йыр-бейеүҙә һәм уйындар ҙа ойошторолдо. Өфөлә буяуҙар байрамы 2014 йылдан алып уҙғарыла.

Буяуҙар фестивален балаларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн үткәрәбеҙ. Улар гаджеттарҙан башҡа саф һауала аралашып, уйнап ял иткәндә тормош ысынлап та сағыу төҫтәрҙә балҡый төҫлө. Уйындар өсөн хәүефһеҙ, тиҙ йыуыла торған буяуҙар файҙаланабыҙ.

Камилла Гребенникова, ирекмән

Флорида Ким