Пандемия башланған көндән алып хәүефле сир ҡорбандары һаны 723-кә етте. Һуңғы 24 сәғәт эсендә республикала 249 осраҡ раҫланды. Стационарҙарҙа әле 675 кеше коронавирустан дауалана.
67 пациенттың хәле ауыр уларҙың 9-ҙы тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Прививканың беренсе өлөшөн 865 мең самаһы кеше ҡаҙатҡан. Тулыһынса вакциналаныусыларҙың һаны 564 меңгә яҡынлай.