Рәсәй спортсылары Токиола уҙған Олимпиадала тәүге алтын миҙал яуланы

Бөгөн пневматик пистолеттан 10 метрға атыу буйынса ярыштарҙа Виталина Бацарашкина чемпион исеменә лайыҡ булды. Башҡортостан вәкиле Аделина Заһиҙуллина рапира буйынса шәхси беренселектә Канада спортсыһы Келли Райандан еңелеп сирекфиналға сыға алманы. Бөгөн Олимпия уйындарында 18 комплект миҙал уйнатыла.