Республика Башлығы Радий Хәбиров ике аҙна элек коронавирус таралыуын сикләү буйынса документҡа ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, 26 июлдән ҙур ресторан һәм кафелар, фитнес үҙәктәр, матурлыҡ салондарына инеү, шулай уҡ ҡала яны автобусы һәм поезда йөрөү өсөн вакциналау үтеү тураһында белешмә кәрәк.