Спорт гимнастикаһында ир-егеттәр араһында команда ярышы үтә, фехтованиела ҡатын-ҡыҙҙар ҡылыста һәм ир-егеттәр рапирала көслөнө асыҡлай, йөҙөүҙә дүрт миҙал хужаһы асыҡлана. Атыу, тхэквондо, дзюдо, һыуға һикереү, скейтбордта еңеүселәр билдәле була. Теннис, баскетбол, һыу полоһы һәм волейбол буйынса ярыштар дауам итә. Волейбол буйынса Рәсәй ир-егеттәр командаһы бөгөн Америка Ҡушма Штаттары менән осрашты һәм дәғүәсеһен 3-1 иҫәбенә еңде. Милли команданың тренерҙар штабында Өфөнөң “Урал” волейбол клубы баш тренеры Игорь Шулепов бар.