Сит илгә сығыу өсөн һалым буйынса бурысын ҡаплаған

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән ир оҙаҡ ваҡыт милек өсөн һалым түләмәгән. Был ваҡиға буйынса башҡарыу эше суд приставтарына тапшырылған. Күсемһеҙ милкенә арест һалыныуға ҡарамаҫтан, ир бурысын ҡапларға ашыҡмаған. Әммә уны сит илгә сығармағастар, ул шунда уҡ бөтә сумманы һәм штрафтарын түләгән, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Суд приставтары идаралығынан.