“Инцидент” республикалағы тағы ла бер күперҙе төҙөкләндерергә ярҙам иткән

Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылы халҡы күперҙе һаҡлап ҡалған. Ауылда йәшәүселәр Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереүҙе һорап, Башҡортостан башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенә мөрәжәғәт ебәрә.  Уны  “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәй. Ҡоролманың “Башнефть” компанияһы милке булыуы асыҡлана. Һәм күперҙе яңыртыуҙы бары тик ул ғына хәл итеүе билдәләнә. “Башнефть” күперҙе һүтергә ҡарар итеүе тураһында белдерә. Әммә республика ведомстволары һәм хеҙмәттәре ярҙамында күпер Ҡаҙанғол ауыл советы ҡарамағына тапшырыла. Уға ремонт яһала. Ауылда йәшәүселәр Земфира Әлиева һәм Филзә Тәүлийәрова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

Фото: социаль селтәрҙән

#Инцидент #ЦУР #Башкортостан