Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғара. Ултырыш әлеге минуттарҙа башланып тора. Видеоэлемтә ярҙамында район һәм ҡала башлыҡтары менән санитар-эпидемиологик, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәр барлана. Ултырышта “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” эшмәкәрлеге һәм үҫеш мөмкинлектәре, Ауыл хужалығы буйынса бәләкәй иҫәп алыу һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек, шулай уҡ ярты йылда милли проекттар үтәлеше ҡарала. Кәңәшмәне Хөкүмәттең YouTube каналында һәм социаль селтәрҙә тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.