Башҡортостанда 4 йәшлек бала тәҙрәнән осоп төшөп үлгән

Фажиғә Стәрлетамаҡта теркәлгән. Бала өйҙә әсәһе һәм туғандары менән булған. Ултырғыс алып тәҙрәгә күтәрелгән, себен-серәкәйҙән һаҡлаусы селтәргә таянған һәм 9-сы ҡаттан ҡолаған. Эске эштәр министрлығының Башҡортостан идаралығы ата-әсәләргә иғтибарлы булырға кәңәш итә, асыҡ тәҙрәләр балалар өсөн хәүефле булыуы тураһында иҫкәртә.