Эшсе кейеме тегеү буйынса автоматлаштырылған фабрика асыла. Был турала Башҡортостан үҫеш корпорацияһынан хәбәр итәләр. Әле "Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә 9 резидент теркәлгән. Улар проекттарын ғәмәлгә ашырыуға 18 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонорға ниәтләй.