Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырып Башҡортостан юғары уҡыу йортон һайлаусы уҡыусыларға ошондай сумма тәғәйенләнә тине. Быйыл Республикала 107 бала дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Уларҙың яртыһы башҡа төбәктәрҙә белем алырға теләүе тураһында белдерҙе.