Йәйге осор кабинеттарҙы, спорт залдарын тәртипкә килтереү өсөн уңайлы мәл. Кушнаренко районының бер нисә белем усағында капиталь ремонт үтә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Физкультура залы спорт ҡоролмалары урынына төҙөлөш материалдары менән тулған. Иҫке Ҡормаш ауылы мәктәбе 42 йыл эсендә тәүге тапҡыр капиталь ремонт күрә. Бер нисә йыл элек тәҙрәләрҙең яңыһы ҡуйыла. Быйыл күләмле төҙөкләндереү эштәре башлана. Әле оҫталар бригадаһы стеналарҙы тигеҙләй, тулыһынса электр сымдарын яңырта. Яҡын арала иҙән түшәме алмаштырыласаҡ.
Заманса һәм уңайлы шарттарҙа спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырыла. Бының өсөн «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» программаһы сиктәрендә 600 мең һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Сумма федераль, республика һәм муниципаль ҡаҙнанан бүленә.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек Кушнаренко ауылы гимназияһында ла йылдам бара. 1972 йылда төҙөлгән белем усағының йылытыу системаһы иҫкерә. 800-гә яҡын бала һыуыҡ кабинеттарҙа белем алырға мәжбүр була. Әле «Реаль эштәр» төбәк проекты ярҙамында торбалар яңыртыла башлаған.
Әхмәт ауылында ла урта мәктәп яңырыу осоро кисерә. Бында 100-гә яҡын тәҙрә алмаштырыла. Белем йортонда 130 бала, шулай уҡ Ҡанлы, Керән һәм Ахлыстин ауылдарынан 30 уҡыусы йөрөп уҡый.
Кушнаренко районы мәктәптәрендә капиталь ремонт беренсе сентябргә тамаланыр тип планлаштырылған. Уҡыусылар яңы уҡыу йылына уңайлы һәм яҡты бүлмәләрҙә аяҡ баҫасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова