Келәмгә илдең 33 төбәгенән 125 спортсы сығасаҡ, уларҙың бишәүһе Башҡортостандан. Еңеүселәр төрлө ауырлыҡ категорияһында билдәләнә, гүзәл заттар ҙа үҙ көсөн һынап ҡарай. Сара барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы иҫәпкә алып ойошторола, 30 июлгә тиклем дауам итә.
Тренерҙар билдәләүенсә, спартакиада августа үтәсәк бокс буйынса Рәсәй чемпионатына һайлап алыу этабы ла.
Гөлназ Хәйбуллина