Башҡортостандан Алһыу Минәзева Олимпиада миҙалы өсөн көрәшә

Бөгөн Токиола ҡатын-ҡыҙҙар араһында ишеү слаломында ярым финал һәм финал ярыштары үтә. Алһыу Минәзева әйтеүенсә, Токиолағы канал уға таныш, ҡалаға яҡынлашып килгән тайфун да ҡурҡытмай. Был турала спортсы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Алһыу Минәзева – Рәсәй вәкилдәре араһында ишеү слаломында ҡатнашҡан берҙән-бер спортсы. Ул яҡындары менән даими элемтәлә һәм Башҡортостан халҡының уның өсөн янып-көйөүен тоя.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Токиола бөгөн 22 комплект миҙал уйнатыла. Әле Рәсәй спортсылары иҫәбендә 5 алтын, 7 көмөш һәм 3 бронза награда бар.