Профилактик сара барышында йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә иғтибар бирелә. Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 7 айҙа Өфөлә юлда йәйәүлеләрҙе бәрҙереүҙең 273 осрағы теркәлгән. Ваҡиғаларҙа 7 кеше үлгән, 281-е – йәрәхәтләнгән. Ҡайһы берҙә йәйәүлеләр рөхсәт ителмәгән урында юл аша сыға йәки светофор уттарын иңҡар итә.