Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә шул турала яҙа. Нефтекама, Баймаҡ, Сибай, Октябрьский ҡалалары, Асҡын һәм Мәсәғүт ауылдарында вертолет майҙансыҡтары төҙөлә. Әле Өфөлә – ике һәм Белорет, Нефтекамала берәр майҙансыҡ бар. “Беҙҙең республика ҙур, күпселек райондар таулы ерҙә һәм унда үтеүе ҡыйын. Шуға санавиация беҙҙең табиптарға ярҙам килә”, - тип яҙа Радий Хәбиров. Былтыр Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Ансат” тигән яңы вертолет һатып алды. 2020 йылда 97 осош яһалған, быйыл алты айҙа 105 тапҡыр рейсҡа сыҡҡан.