Башҡортостанда дәүләт ярҙамына үҙмәшғүлдәр ҙә дәғүә итә ала

Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары ҡаралды. Үҙмәшғүлдәр ҙә Республика Гарантия фондынан льготалы кредит һәм займдар юллай ала. Быйыл фонд капиталы 700 миллион һумға еткерелә.