Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында “Сәнәғәтте үҫтереү фонды” ойошмаһы эшмәкәрлеге ҡаралды. Быйыл 8 инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға займ бирелгән. Яңы ойошмалар асыу һәм булғандарының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү өсөн фонд иҫәбенә өҫтәмә аҡса йүнәлтеү тәҡдим ителде. “Сәнәғәтте үҫтереү фонды” эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Быйыл беҙҙең республика сәнәғәт үҫеше буйынса илдә беренсе урын алды.