Республикала йәш ғалимдарҙы дәртләндереү саралары күрелә

Быйыл гранттар өсөн ҡаҙнанан 15 миллион һум аҡса бүленә. Киләһе йылдарҙа сумма 30 миллионға тиклем арттырыла. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Грант аҡсаһы еңеүсе эшләгән юғары уҡыу йорто йәки фәнни ойошма иҫәбенә күсерелә. Уны хеҙмәт хаҡы итеп түләү, тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн ҡоролмалар алыу өсөн ҡулланырға була.