“30 мең баҫым”. Бөгөн Өфөлә спортсы Рөстәм Нәбиев тураһында документаль фильм күрһәтелә

Рөстәм Омск ҡалаһында казарма емерелеү фажиғәһендә ике аяғын юғалта. Ул 11 ай дауаханала ята, 16 операция үткәрә. Бөгөн яҡташыбыҙҙы күптәр спортсы, ирекмән, блогер, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ белә. 2020 йылдың сентябрендә Рөстәм Эльбрус тауына күтәрелде. Ул 5 мең 642 метр араны ҡулдарында үтә. Быға тиклем альпинизм тарихында ундай ваҡиға булмаған. Рөстәм беҙҙең радиоға биргән интервьюһында тауға артылыуы тураһында ошоларҙы һөйләне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рөстәм Эльбрустан һуң, халыҡ телендә “ҡарҙар торлағы” тип йөрөтөлгән Гималайға күтәрелергә ниәт иткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рөстәм Нәбиев тураһындағы фильм бөгөн Өфөлә Ағиҙел буйындағы амфитеатрҙа күрһәтелә. Премьера киске сәғәт 8-ҙә башлана.