Республикала Дәүләт Думаһына тауыш биреүгә әҙерлек буйынса белгестәр фекер алыша

Бөгөн Өфөлә "Һайлауҙы күҙәтеүҙә сәйәси партиялар һәм йәмәғәтселек араһында хеҙмәттәшлек" темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.  Тауыш биреүҙе ғәҙел һәм асыҡ ойоштороу мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала, ти Республика мәғарифте үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда әле 6 мең ярым кеше йәмәғәт күҙәтеүсеһе булараҡ теркәлгән. 18 йәше тулған һәр кем һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала. Сентябрь урталарына тиклем теркәлергә мөмкин. Белгестәр һайлауҙы күҙәтеү буйынса курстар ойоштора. "Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы" ассоциацияһы координаторы Михаил Артамонов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Дәүләт Думаһына һайлау өс көн дауам итә, 17, 18 һәм 19 сентябрҙә үтә.