Күмертауҙағы "Ойлтиммаш" заводы милли проектҡа ярашлы етештереүҙе арттырған

Был турала Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итәләр. "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты ил президенты указына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Йыл һайын етештереүсәнлекте 5 процентҡа арттырыу маҡсаты ҡуйыла. Был проектта Башҡортостандан 100-ҙән ашыу предприятие ҡатнаша.