Башҡортостан спортсыһы Алһыу Минәзова Олимпия уйындарында ишеү слаломында финалға үтә алманы

Ул 17-се һөҙөмтә күрһәтте. Финалда иң көслө 10 спортсы ярыша. Артабан, Алһыу Минәзова каноэла ярыштарҙа ҡатнаша, был турнир иртәгә башлана. Токиола Олимпиадала Рәсәй спортсылары әлегә 5 алтын, 7 көмөш һәм 4 бронза награда яуланы. Миҙалдар рейтингында беҙҙең ил 4-се урында килә.